Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Июль 2021, 15:23

Паспортта никах һәм балалар тураһында мотлаҡ билдәләр бөтөрөлдө

Рәсәйҙә паспортта никах һәм балалар тураһында мотлаҡ билдәләр бөтөрөлдө. Премьер-министр Михаил Мишустин Рәсәй гражданының паспортына мәғлүмәттәр индереү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр тураһында хөкүмәт ҡарарына ҡул ҡуйҙы.

zen.yandex.ru
Фото:zen.yandex.ru

Яңы ҡағиҙәләр буйынса, никах теркәү һәм айырылышыу, 14 йәшкә тиклемге балалар, бынан алда бирелгән паспорттар һәм сит ил паспорттары, ИНН, ҡан төркөмө һәм резус-фактор тураһында штамптар документ хужаһының теләге буйынса ғына ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта йәшәгән урын буйынса теркәлеү һәм иҫәптән төшөү, хәрби бурыс тураһында билдәләр мотлаҡ ҡала.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: