Бының өсөн: ҡабаҡ - 1,5 кг, әсе борос - 1 бөртөк, әнис - 0,25гр, петрушка - 0,25 гр, һарымһаҡ- 3-4 теш, үҫемлек майы - 120 мл, аш һеркәһе 9% - 120 мл, шәкәр - 3 аш ҡалағы, тоҙ - 1 аш ҡалағы, ыуылған ҡара борос - 1 сәй ҡалағы.
Әҙерләү ысулы: башта ҡабаҡтарҙы яҡшылап йыуырға һәм тышы менән бергә ныҡ нәҙекитмәй генә турарға. Уның өҫтөнә преслап баҫтырылған һарымһаҡ, тоҙ, борос, шәкәр, майҡушып болғатырға. Артабан орлоҡтары алынып балдаҡлап ҡырҡылған әсе боросто, ваҡитеп туралған әнис менән укропты һалып, аш һеркәһе ҡушып бутайбыҙ. 3 сәғәткә шул көйөҡалдырып торабыҙ. Һуңынан маринадланған ҡабаҡтарҙы банкаларға тултырып, ҡапҡастарын һалып 7-8 минут стерилләгәндән һуң, нығытып ябып, һыуынғанға тиклем түңкәреп ҡуябыҙ.
Әле баҡсала ҡабаҡтар ѳлгѳргән мәл. Бик тәмле салат килеп сыға. Мотлаҡ эшләгеҙ!