Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Июль 2021, 16:59

"Ете егет" - Иҙел башы ерендә

Тамашасыларҙың һорауы буйынса Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Ете егет» проектының дауамы - өсөнсө миҙгеле Әбйәлил, Белорет һәм Баймаҡ райондары ауылдарында төшөрөлә.

Интернеттан.
Фото:Интернеттан.

«Ете егет» проекты 2019 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Ҡурай» каналында күрһәтелә башлағайны, тапшырыуҙың тәүге миҙгеле еңеүсеһе тип Әбйәлил районынан Салауат Хафизов билдәләнһә, икенсеһендә Маныштынан Ғәҙел Дәүләтов башҡорт тоҡомло атты йүгәнләне. Проекттың өсөнсө миҙгелендә лә төп приз ғәҙәттәгесә, башҡорт тоҡомло ат буласаҡ.

Егеттәр билдәләүенсә, реалити-шоуҙа ҡатнашыу – үҙе бер мәктәп.

Кастингты уңышлы үткән ете егет республиканың Урал аръяғына юлланып, халыҡ кәсептәренә, яңы шөғөлдәргә өйрәнә. Тапшырыуҙың төп маҡсаты - йәмғиәттә көслө заттарҙың абруйын күтәреү.

Проектты ойоштороусылар буласаҡ һынауҙарҙы, кәсептәрҙе сер итеп һаҡлаһа ла, Интернет селтәрҙәрендә йөрөгән мәғлүмәттәргә ҡарап, егеттәрҙең ниндәй халыҡ кәсептәрен йүгәнләгәнен төҫмәрләп була.

Яңыраҡ Республикабыҙҙан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә һөнәр өйрәнергә теләүсе оҫта ҡуллы егеттәр Инйәр төбәгендә көс һынашты. Үҙ эшенең оҫталарынан дәрестәр алып, төрлө шөғөл серҙәрен астылар.

Ете егет иретеп йәбештереп тәпке эшләү, сабата үреү, көбө эшләүҙә оҫталыҡ дәресен Инйәрҙән Рафаил Сәлихов, Маныштынан Нурулла Миһранов, Белореттан Азамат Заһитуллиндан алды.

Ҡунаҡтарҙы тапшырыу төшөрөлгән һәр ауылда тиерлек матур итеп ҡаршы алып, оҙатып ҡуйҙылар.

Тапшырыу көҙ айҙарында күрһәтеләсәк.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: