Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
27 Июль 2021, 11:19

Биш "алтын"лы булдыҡ!

Олимпия уйындарының дүртенсе ярыш көнө, Рәсәй командаһы өсөн «алтын»дан башланды.

Һыуҙа 100 метр араға салҡан йөҙөүҙә, Евгений Рылов беренсе килеп, Рәсәй йөҙөүселәре 1996 йылдан алып, тәүгә ҙур уңышҡа ҡаҙанды. Шулай уҡ командалаш иптәше Климент Колесников унан 0,02 генә секундҡа ҡалышып, Олимпия уйындарының көмөш миҙалына лайыҡ булды.

Пневматик пистолеттан атыуҙа Олимпия уйындары чемпионы Виталина Бацарашкина менән Артем Черноусов финалға сығып, "алтын" өсөн Ҡытай дуэты менән ярышасаҡ.

Шулай итеп, беҙҙекеләр ҡумтаһындағы миҙалдарын 15-кә еткереп, (биш алтын, ете көмөш һәм өс бронза) командалар араһында дүртенсе урынға сыҡты. Юғары баҫҡыста һигеҙ алтын миҙал яулап -  АҠШ, етешәр миҙал менән Ҡытай һәм Япония спортсылары килә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: