Акцияға республика Башлығы Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Зөлфиә Рәхмәтуллина ҡушылды. Ул да отпуск һәм балалар ялы өсөн Башҡортостанды һайлаған. Ғаиләһе менән Ураҙбай быуаһы (Ишембай районы) – Торатау – Аҡташ, Уҡлыҡая, Сәйетбаба (Ғафури районы) – Асы, Шүрәле теше (Белорет районы) – Үләнде күле, Динопарк (Әбйәлил паркы) – Яҡтыкүл (Мауыҙҙы).
“Беҙгә һәм балаларға бындай әүҙем ял оҡшаны”, - тип язған Зөлфиә Рәхмәтуллина.
“Иң яҡшы ғаилә ялы – тәбиғәттәге ял ул”, - тип иҫәпләй Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. Ул да #Башҡортостандыһайла онлайн-флешмобына ҡушылған һәм социаль селтәргә Мораҙым тарлауығындағы фотоларын һалған.
“Был – үҙенсәлекле урындарҙың береһе. Унда ҡалалағы шау-шыуҙан ял итергә, көндәлек эштәр хаҡында оноторға, ҡаялар һәм мәмерйәләр матурлығы менән һоҡланырға мөмкин. Таҙа һауа, матур пейзаж һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттар – ғаилә менән ял итеү өсөн мотлаҡ шарттар. Бындай ялдар яҡынайта, сағыу мәлдәр менән хәтерҙә ҡала. Тауға менеү, мәмерйәгә төшөү, Оло Эйек йылғаһында һыу инеү балалар хәтерендә мәңгелеккә ҡаласаҡ”, - тип яҙған Зариф Байғусҡаров.
Онлайн-флешмобта Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Милана Скоробогатова ла ҡушылған. Ул да балалары менән Иһел башының Арский ташында булған.
“Был – көс урыны”, - тип яҙған ул.
Ә һеҙҙең төбәктә һоҡланырлыҡ, ғорурланырлыҡ ниндәй урындар бар?
Фотолар: социаль селтәрҙәрҙән.