Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин прививка яһау кампанияһы башланғандан алып республикаға 1 188 098 доза вакцина килеүен әйтеп үтте. 11 авгусҡа ҡарата уның беренсе компонентын йәмғеһе 1 018 143 кеше яһатҡан, икенсе компонентын эшләтеүселәр – 799 225.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аҙна һайын вакцинация барышы буйынса медицина ойошмаларының рейтингын билдәләп тора. Уҙған аҙнала Балтас үҙәк район дауаханаһы иң яҡшы күрһәткескә өлгәшкән.
Ҡайһы бер муниципалитеттар вакцина эшләтеүселәр араһында приздар уйнатыу үткәрә. Мәҫәлән, Өфөлә “Торатау” Конгресс-холындағы вакцинация пунктында прививка яһатыусылар республика шифаханаларына путевка уйнатыуҙа ҡатнаша ала.
***
Республикала йоғошло сирҙәрҙән дауаланыусылар өсөн 4 475 койка бүленгән, әле шуларҙың 12 проценты буш. Һаулыҡ һаҡлау системаһы ковид-ауырыуҙарҙы дауалау өсөн кәрәкле дарыуҙар, шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән.
Башҡортостан Башлығы Төньяҡ Осетияла булған ғәҙәттән тыш хәл тураһында иҫкә төшөрөп үтте, унда “тиҙ ярҙам” дауаханаһында кислород биреүсе торба зарарланыу һөҙөмтәһендә кешеләр вафат булғайны. Шунлыҡтан Радий Хәбиров 13 авгусҡа тиклем йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә тейешле уҡыуҙар үткәрергә ҡушты. Уның маҡсаты – медицина учреждениеларын кислород менән тулы кимәлдә өҙөклөкһөҙ тәьмин итеү.
Республика етәксеһе Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, эшсе төркөмдәр төҙөп, бөтә ковид-госпиталдәрҙә санитария-эпидемиология талаптары күҙәтелеүен һәм дарыу менән тәьмин ителеште тикшерергә ҡушты.
Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин аҙаҡҡы аҙна ярым ваҡыт эсендә балалар һауыҡтырыу лагерҙарында ковид “усаҡтарының” булмауын әйтеп китте.
Балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе, колледждарҙы, юғары уҡыу йорттарын яңы уҡыу йылына әҙерләү дауам итә. Мәктәптәрҙең 48 проценты әҙерлек паспорттары алған. Бөтә мәғариф учреждениелары ла 16 авгусҡа тиклем был эште тамамларға тейеш.
Радий Хәбиров киләһе оператив ултырышта мәғариф системаһының яңы уҡыу йылына әлеге эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып нисек әҙерләнеүе тикшереләсәген билдәләне.