Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
24 Август 2021, 10:19

Педагогтарҙың 90% ашыуы коронавирустан прививка яһатҡан

Өфөлә педагогтарҙың 90% ашыуы, шул иҫәптән балалар баҡсалары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары тәрбиәселәре һәм мәктәп уҡытыусылары яңы коронавирус инфекцияһынан вакцинация үткән.

Педагогтарҙың 90% ашыуы коронавирустан прививка яһатҡан
Педагогтарҙың 90% ашыуы коронавирустан прививка яһатҡан

«Ошо йәһәттән эште дауам итәбеҙ. Педагогтар йәйге ялдан сыға һәм аңлы рәүештә прививка яһатырға бара», — тине Хаффазова.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республикала уҡытыусыларҙың 80% ашыуы яңы коронавирус инфекцияһынан прививка эшләтергә тейешлеге тураһында хәбәр иткәйне.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: