Унда мәртәбәле ҡунаҡтар - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музей мөдире Фәриҙә Йосопова, республика Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев, муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, РФ Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлек начальнигы, полиция подполковнигы Артур Хафизов ҡатнашты. Уларға шулай уҡ ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары ҡушылды.
Сара Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Йыйылыусылар алдында муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров сығыш яһап, Миңлеғәле Шайморатовтың батырлыҡ һәм ныҡлылыҡ өлгөһө булыуын билдәләне. Ул һәр ваҡыт көслө ихтыярлы һәм ҡорос холоҡло кеше, булдыҡлы хәрби командир һәм ғорурланырлыҡ шәхес булып ҡала. Бөйөк Еңеүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән, илебеҙгә 78 Советтар Союзы Геройы биргән легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның ҡаһарман командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың яҙмышы беҙҙе бер ҡасан да битараф ҡалдырмаясаҡ. Беҙ бер ҡасан да батыр яҡташыбыҙ хаҡында онотмаясаҡбыҙ, уның хаҡында иҫтәлекте йәш быуынға тапшырыуҙы үҙ бурысыбыҙ итеп ҡуясаҡбыҙ.
Барығыҙҙы ла бөгөнгө көн уңайынан ҡотлайым, тыныс күк йөҙө, сәләмәтлек, именлек, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем, - тине.
- Беҙ музейҙа эшләүселәр көн һайын 112-се кавалерия дивизияһының, уның командирҙарының ҡаһарманлығы хаҡында телгә алабыҙ, килеүселәргә улар хаҡында һөйләйбеҙ. Шулай уҡ халҡыбыҙ 4, 5 быуаттан ашыу милли батырыбыҙ Салауат Юлаевты батырлығын онотмай, ике быуаттан ашыу 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт батырҙарын иҫкә ала, улар менән ғорурлана, шулай уҡ 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәребеҙ, генерал Шайморатов һәм кавалеристарыбыҙ тураһында яҡты иҫтәлек тә быуаттар буйына һаҡланыр, тип ышанам. Беҙҙең бурысыбыҙ – ошо иҫтәлекте һаҡлау һәм быуындан-быуынға тапшырыу, - тине үҙ сығышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музей мөдире Фәриҙә Йосопова.
- Беҙҙең республикала Шайморатов генералды белмәгән кеше юҡтыр. Ил кимәлендә лә билдәле шәхес ул. Башҡортостанда шәхестең исеме урамдарға бирелгән, һәйкәлдәр бар. Уға арнап йырҙар йырлана, шиғырҙар яҙыла. Баш ҡаланың Дим биҫтәһендә тулыһынса легендар дивизияға һәм генерал Шайморатовҡа арналған музей эшләй. Хәрби Дан музейында уның айырым мөйөшө булдырылған. Һеҙҙең барығыҙҙы ла музейҙарыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ, - тине республика Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев.
Артабан һүҙ РФ эске эштәр министрлығының район буйынса бүлек начальнигы, полиция подполковнигы Артур Хафизовҡа бирелде. Артур Флорид улы йәш полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп:
- Һеҙ халыҡтың закон мәнфәғәттәре һағында үҙ көсөгөҙҙө йәлләмәйенсә намыҫлы хеҙмәт итергә, енәйәтселек менән көрәштә намыҫлы булырға, Приясагаға тоғро ҡалырға тейешһегеҙ. Беҙҙең хеҙмәт өлкәһендә күп нимә үҙгәрһә лә, бурыстар үҙгәрмәй, беҙ атай-олатайҙарыбыҙға, Рәсәй Геройҙарына, шәхсән Миңләғәле Шайморатовҡа тиңләшергә тейешбеҙ, - тине.
Йәш полиция хеҙмәткәрҙәре полицияның өлкән сержанты У. Амонов, эске хеҙмәттең кесе сержанты А.Иҫәнғолов, полицияның кесе сержанты И. Мәхмүтов, полицияның кесе сержанты А.Хажиәхмәтов тантаналы шарттарҙа граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иреклеген яҡларға, ҡыйыу, намыҫлы һәм уяу булырға, енәйәтселек менән көрәштә үҙ көстәрен йәлләмәҫкә һүҙ бирҙе.
Артабан сара урындағы күп функциялы ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Унда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музей мөдире Фәриҙә Йосопова ҡунаҡтарға Ҡыҙыл Байраҡ, Ленин, Суворов һәм II-се дәрәжә Кутузов орденлы Чернигов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының күргәҙмәһен тәҡдим итеп, данлы дивизияның һуғыш юлына сәйәхәт ҡылды. Ул генерал Шайморатов һәм ҡыҙыл атлылар тураһында күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, дивизия ойошторолоуҙың тәүге көндәренән үк башҡорт телендә дивизияның фронт гәзитен сығарылған, сөнки дивизияның 90 процентын татар һәм башҡорттар тәшкил иткән. “Ҡыҙыт атлылар” тип аталған баҫма яугирҙәрҙе яңы еңеүҙәр яуларға рухландырған. Гәзиттең баш мөхәррире Али Карнай булған.
Тулҡынландырғыс сара күңелдәрҙә тик йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.