Әйткәндәй, милли беренселек финалы сиктәрендә Өфөлә Башҡортостанда экспорт йүнәлешен үҫтереүгә арналған ябыҡ уҡыу сессияһы үткәрелде. Унда студенттар сит ил баҙарындағы талаптар менән танышты, экспорт проектын төҙөргә өйрәнде, халыҡ-ара һөйләшеүҙәрҙә үҙеңде нисек тотоу серҙәренә төшөндө.
– Юғары уҡыу йорто, колледж студенттарының күбеһе экспортты белмәй. Бөгөн республикабыҙҙағы 11 мең ойошманың бары тик 900-ө генә экспорт менән шөғөлләнә, – ти Өфөләге “Рәсәй экспорт үҙәге” вәкиллеге етәксеһе Ренат Манапов.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, республикабыҙҙа әле барған сараның, ошондай эш форматының экспортҡа йоғонтоһо ныҡ ҙур.
Фото Башҡортостан тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты.
#WorldSkillsRussia #НацфиналУфа #Нацфинал2021