Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
31 Август 2021, 17:20

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларына лайыҡ булдылар

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республиканың төрлө предприятие, ойошма һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, исемдәр һәм почёт грамоталары менән баһаланды.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларына лайыҡ булдылар
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларына лайыҡ булдылар

«Бөгөн бында ысын хеҙмәт геройҙары менән булыуыма бик шатмын. Республика намыҫлы эшсәндәр, күренекле мәҙәниәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәре, ғалимдар, һоҡланғыс табиптар, спортсылар, тәжрибәле идара хеҙмәткәрҙәре менән ғорурлана», — тине Александр Сидякин.

Уның һүҙҙәренсә, 2021йылда, Башҡортостанда федераль һәм донъя кимәлендәге ҙур саралар: VI Бөтә донъя фольклориадаһы, спорт көрәше буйынса юниорҙар араһында донъя беренселеге үтте. Йәкшәмбе IX «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) чемпионатын ябыу тантанаһы булды. Республикала сәнәғәт һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешә. Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, ауыл хужалығында тотороҡло күрһәткестәр һаҡланды. Бөтә социаль йөкләмәләр үтәлә.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе фекеренсә, барлыҡ ошо мөһим ҡаҙаныштарҙа бөгөн дәүләт наградалары алған кешеләрҙең өлөшө ҙур.

Тәжрибәле хужалыҡ итеүсе, Дүртөйлө районы «Еникеева» агропредприятиеһы етәксеһе Азат Хаҡов 30 йылдан ашыу күп йүнәлештәр буйынса эшләй – игендән мул уңыш йыйыуға һәм малсылыҡта сифатлы күрһәткестәргә өлгәшә.

Юрий Ергин 55 йылдан ашыу Башҡорт дәүләт университетында намыҫлы уҡытыусылыҡ эше менән шөғөлләнә. Юрий Викторович – билдәле уйлап табыусы, 300-ҙән артыҡ фәнни эш авторы. Ул күренекле тыуған яҡты өйрәнеүсе лә.

Бүләкләнеүселәр араһында бөгөн мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәре күп ине. Рәсәй Президенты указы менән Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Иҙрис Ғәзиев һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, режиссеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы фотохәбәрсеһе Олег Яровиков «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем алды.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова бөгөн Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры булды. Был юғары награда — Мәҙәниәт министрлығы командаһының һәм 15 меңдән ашыу мәҙәниәт хеҙмәткәренең ҙур хеҙмәтенә баһа, тип билдәләне ул.

Тантананан һуң Александр Сидякин тағы бер тапҡыр бөтәһенә лә намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм яңы уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләне.

 

Башинформ. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: