Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
7 Сентябрь 2021, 16:29

Сентябрҙән нимә үҙгәрә?

Рәсәйҙә сентябрь башынан ете йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсәләргә сабыйын ҡарау буйынса больничный түләүҙәре арта.

Сентябрҙән нимә үҙгәрә?
Сентябрҙән нимә үҙгәрә?

Хәҙер ул кешенең хеҙмәт стажына һәм бала амбулатор йәки стационар дауаланыуына ҡарамай, уртаса эш хаҡынан 100 процент тәшкил итергә тейеш. Был аҡса туранан-тура Социаль страховкалау фондынан түләнә.

Быйылдан “Гараж амнистияһы” эшләй башлай. Ул биш йыл - 2026 йылдың 1 сентябренә тиклем дауам итәсәк. Ошо осорҙа граждандар 2004 йылда тѳҙѳгән гараждары аҫтындағы дәүләт һәм муниципаль ер участкаларын үҙ мѳлкәте итеп рәсмиләштерә ала. “Гараждарҙың күбеһе совет заманында тѳҙѳлгән. Граждандар улар менән файҙалана, әммә юридик яҡтан улар теркәлмәгән. Шуға уларҙы һатып та, мираҫ итеп күсереп тә булмай. Беҙ был хоҡуҡи етешһеҙлекте бѳтѳрҙѳк”, - тип белдерҙе Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуҙы камера теркәп ебәрелгән штраф менән килешмәгән осраҡта уның буйынса хәҙер “Дәүләт хеҙмәттәре” йәки суд сайты аша ялыу ебәрергә мѳмкин. Быны элек тә эшләргә булды, тик бының ѳсѳн шул ерҙәге ЮХХДИ бүлегенә барырға йәки ведомствоға заказлы хат ебәрергә кәрәк ине. Хәҙер “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы “Обжаловать штраф” тигәнгә баҫып, махсус форманы тултырыу һәм ѳҫтәмә материалдарҙы ебәреү ҙә етә.

Инвалидлығы булған кешеләргә ай аҙағында реабилитациялау кәрәк-ярағын (мәҫәлән, инвалид коляскаһы, костыль, протез, махсус аяҡ кейеме һ.б.) үҙаллы алыу ѳсѳн электрон сертификат биреләсәк. Әлеге ваҡытта кәрәкле әйберҙәрҙе Социаль страховкалау фонды аша алырға йәки үҙең һатып алып, һуңынан компенсацияһын юллап алырға мѳмкин. Ике осраҡта ла күп ваҡыт талап ителә ине. Хәҙер иһә сертификатҡа тейешле сумма күсерелә һәм кеше әйберҙе ҡайҙан һәм ни рәүешле (магазинда йәки Интернет аша) һатып алыуҙы үҙе хәл итә. Кәрәкле мәғлүмәт йыйылған Берҙәм электрон платформа октябргә ҡарата эшләй башлауы күҙаллана.

Ҙур булмаған дарыуханалар ай башынан алып дарыуҙы Интернет аша һата һәм эре агрегаторҙар менән килешеү тѳҙѳй аласаҡ. Ошоға тиклем был хоҡуҡ 10-ға яҡын сауҙа нѳктәһен берләштергән селтәрҙәргә генә бирелгәйне.

Рәсәй студенттары кѳҙҙән башлап уҡыу осоронда бер юлы бер нисә квалификацияға эйә була ала. Шулай уҡ университеттың беренсе курсынан һуң уҡыу профилен алыштырыу йәки икенсе факультетҡа күсеү еңеләйергә тейеш.

Сентябрҙән Рәсәйҙә Ҡомарлы уйындарҙы берҙәм кѳйләүсе (Единый регулятор азартных игр) барлыҡҡа килде. Был махсус орган онлайн-букмекерҙарҙың эшмәкәрлеген контролдә тоторға тейеш. Ҡомарлы уйындарҙы ойоштороусыларҙан йыйылған аҡса спорт федерацияларына һәм профессиональ спорт лигаларына йүнәлтеләсәк.

Башҡарыу ҡағыҙы буйынса бурысы булған (мәҫәлән, эре штрафтарҙы йәки алмиент түләү) хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡынан тотоп алып ҡалынған аҡса суд приставтарына тиҙ арала күсерелә башлар. 27 сентябрҙән башлап эш биреүсе быны ѳс кѳн эсендә эшләргә тейеш.

Р. ҒӘҘЕЛШИНА әҙерләне.

 

Фото: 360tv.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: