Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
8 Сентябрь 2021, 20:24

"Файҙаһы күберәк булды"

Тура бәйләнештә блогер Полина Вишневская Радий Хәбировтан, ни өсөн пандемия ваҡытында Фольклориада һәм башҡа ҙур ваҡиғалар үткәрелеүен һораны. 

"Файҙаһы күберәк булды"
"Файҙаһы күберәк булды"

Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, һәр сараның үҙ тарихы бар, һәм уларҙың бөтәһе лә Башҡортостан өсөн мөһим.

– Беҙҙә һуңғы арала өс ҙур сара үтте. Һәр ваҡыт мөмкин булған зыян менән файҙа араһында баланс эҙләйбеҙ. Беҙҙеңсә, файҙа күберәк булды. Ағымдағы хәлдәр ҙә ул тиклем фажиғәле түгел ине, ябылып, бер нәмә лә үткәрмәй ултырырлыҡ булманы. Һәр сара уйланылған, һәр береһенең ҙур файҙаһы бар, улар араһында беҙҙең республика тураһында һөйләнеләр, ишеттеләр. Фольклориадаға, мәҫәлән, 37 илдән ҡунаҡтар килде, дуҫлыҡ байрамы ойошторолдо. Көрәш буйынса чемпионатта      55 илдән ҡатнаштылар, уны меңдәрсә малай ҡараны, был - спорт үҫешенә ҙур ҡеүәт. "WorldSkills" – һөнәри белем биреү өсөн ҙур этәргес, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, уны ныҡ тәнҡитләгәндәр. Тик пандемия башланғаны бирле республика сикләү шарттарында ла йәшәргә өйрәнде. Сараларҙы үткәргән саҡта барлыҡ санитар талаптар теүәл үтәлде. Ауырыу осраҡтары асыҡланған осраҡта, тиҙ арала тейешле саралар күрелде.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: