- Мин туризмға яҡшы ҡараштамын. Беҙ ошоға тиклем үҙебеҙҙәге ошо тармаҡ инфраструктураһын үҫтереү йәһәтенән байтаҡ эштәр алып барҙыҡ. Был бик күләмле, ҙур хеҙмәт, уның матди яғы ла, интеллектуаль яғы ла бар. Беҙ әлегә үҙебеҙҙе тейешенсә танытыу, социаль селтәрҙәрҙә эшләү йәһәтенән ниндәйҙер кимәлдә артта ҡалабыҙ. Бындай проблема бар. Беҙ эште иң ябайынан башланыҡ. Миңә республика буйлап күп йөрөргә тура килә. Бер нисә сәғәтлек оҙайлы юлда ҡайҙалыр туҡтарға ихтыяж тыуа. Ҡайһы саҡта бер сәғәт, сәғәт ярым бараһың, ә туҡтап ҡул йыуырлыҡ та урын табып булмай. Шуға күрә башлап ебәргән эштәребеҙҙең бер йүнәлеше – юл буйы хеҙмәтләндереүен үҫтереү. Киләһе бер-ике йылда был йәһәттән яҡшы үҙгәрештәрҙе үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәсәкбеҙ тип ышандыра алам: яҡшы тороштағы бәҙрәфтәр, кафелар, яғыулыҡ ҡойоу урындары, кемпингтар барлыҡҡа киләсәк. Был - бөтөн бер программа, һәм уның өҫтөндә эшләйбеҙ. Әлеге ваҡытта беҙҙә ошо йүнәлештә булдырылған шарттарҙы ишетеп, “Инвестсәғәт”кә юл буйы сервисын үҫтереүгә өлөш индерергә теләгән эшҡыуарҙар, хатта сит төбәктәр йүнселдәре мөрәжәғәт итә. Был йәһәттән үҫеш бар: кемдер ер ала, кемдер проект төҙөй, өсөнсөләр төҙөлөш эштәрен тамамлай, - тип яуапланы Радий Хәбиров.
Ул шулай уҡ республика биләмәһендә юл буйына ҡуйылған туристик алтаҡталар тураһында ла әйтте.
- Бынан ике, ике йыл ярым элек беҙҙә бер генә туристик күрһәткес тә юҡ ине. Хәҙер улар ҡуйылды. Был бик уңайлы. Ошо күрһәткестәр үҙҙәре үк бында туризм йәһәтенән ҡыҙыҡлы урындар, тарихи объекттар барлығы хаҡында һөйләп тора. Әлегә меңдән ашыу билдә ҡуйылды, тағы күпмелер өҫтәргә кәрәк тип һанайым. Былар – башҡарылған эштәрҙең ҡайһы берҙәре генә.
Һуңғы ике йылда республикала туристар ағымының һиҙелерлек артыуына үрҙәге эштәр һөҙөмтәһендә өлгәшелде тип иҫбатларға йыйынмайым. Ул башҡа сәбәп менән артты. Сит илдәргә сығыу тыйылды һәм беҙгә бик күп кеше турист булараҡ килде. Бының менән файҙаланып ҡалырға кәрәк. Туроператорҙарға ла, Туризм буйынса дәүләт комитетына ла ошо хаҡта даими әйтәм: кешеләр килә икән, уларҙы ҡыҙыҡһындырығыҙ. Әгәр уларға беҙҙә оҡшаһа, тимәк, яҡшы, оҡшамаһа – насар. Беҙгә килгәндәр һәр ваҡыт риза булып ҡайтып китә, тип әйтә алмайым. Мәҫәлән, бөгөн генә йылға буйлап кәмәлә йөҙөүҙе ойошторған туроператор менән һөйләштем. Йылға буйында сүп-сар бик күп, тине. Бының менән нимәлер эшләргә кәрәк. Әлбиттә, шунда уҡ бөтә кешене лә үҙенән һуң ял иткән урынын йыйыштырып китергә өйрәтә алмаясаҡбыҙ, әммә әкренләп эш алып барырға кәрәк. Сүп-сар йыйыуҙы ла ойоштороу мөһим.
Нисек кенә булмаһын, планлы, эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. “Янғантау” геопаркы юҡҡа барлыҡҡа килмәне, әлеге ваҡытта “Торатау” паркының документтарын ЮНЕСКОға әҙерләйбеҙ. Был эштәр ошо урындарға, йәғни беҙгә кешеләр килһен өсөн башҡарыла, - тип билдәләне республика Башлығы.