Тәүге һорауҙар коронавирусҡа, битлектәр кейеүгә, вакцинацияға бәйле булды.
– Беҙ йыл ярым ауыр пандемия шарттарында йәшәйбеҙ. Кешеләр ныҡ арыны. Беҙ яйлап ҡына кешеләргә уңайһыҙлыҡтар булдырмауға табан барабыҙ. Был проблеманы хәл итеүҙең берҙән-бер юлы – вакцинация, – тине Радий Хәбиров.
Башлыҡ менән тура бәйләнешкә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы йоғошло ауырыуҙар үҙәге табибы Ленара Шарифуллина сыҡты. Уның белдереүенсә, реанимацияла ятҡандар һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырғандар араһында вакцина яһатҡан кешеләр юҡ. Әммә сирлеләр дауаханала күп, коридорҙа ятҡандар ҙа бар. Шуға күрә үҙебеҙҙе һҡларға һәм вакцинация яһатырға кәрәк.
Фото: magadanpravda.ru