Сарала "АиФ" баҫмаһының баш мөхәррире урынбаҫары Индира Кодзасова, Рәсәй Журналистар Союзы сәркәтибе Юлиә Заһитова, «ФедералПресс» нәшриәт төркөмө шеф-редакторы Надежда Плотникова, «Московского Комсомольца» журналисы Ева Меркачева һәм башҡалар ҡатнашасаҡ. Майҙансыҡтың модераторы - Александр Алымов.
Сессияла ҡатнашыусылар бөгөнгө көндә иң актуаль темаларҙың береһе булған коронавирус пандемияһы, уның тормошто "уға тиклем" һәм "унан һуң" бүлеүе хаҡында фекер алышасаҡ.
"Бөтә матбуғат баҫмалары өсөн был ике йыл һынау һәм шул ваҡытта яңы мөмкинлектәр осоро. "АиФ" ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә "удаленка"ға күсте. Федераль офиста ҡына түгел, ә төбәктең унлаған редакцияһы ла дистанцион режимда эшләне", - ти спикерҙарҙың береһе, "АиФ" баҫмаһының баш мөхәррир урынбаҫары.
Медиассесия 10 сентябрҙә Сибай ҡалаһында үтәсәк.
Фото: "Инвестһабантуй-2021" сайтынан.