-5 °С
Ҡар
Блогерҙар, социаль селтәрҙәр, лидерҙерҙың фекерҙәре һәм мәғлүмәттәре ярҙамында төбәктең туристик брендын төҙөү мөмкинлектәре тикшереләсәк.
Сараны блогерҙар менән даими походтар оәоштороу, төбәк конференциялары һәм йыл һайын федераль фестиваль ойоштороу юлы менән өс форматта үткәреү күҙаллана. «Башҡортостандың туристик өҫтөнлөктәре бар. Республика Евразия йөрәгендә урынлашҡан, Мәскәүҙән самолеттаиике сәғәтлек юл, бында йылға буйлап ағып төшөргә, Урал тауҙарына күтәрелергә, шифаханаларҙа сәләмәтлекте нығытырға йәки тау саңғыһында шыуырға , атта һыбай йөрөргә лә буа, — ти республика блогеры Рәйес Ғәбитов.