+2 °С
Болотло
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, уларҙың 1,9 миллионы – өлкәндәр, 493 меңе – балалар, 7 меңе – йөклө ҡатын-ҡыҙҙар.
«Республикаға гриптан 1 182 620 доза вакцина килтерелгән. 223 630 кеше прививка эшләткән (алынған вакцинаның 18,9%), уларҙың 45 186-һы – «Ультрикс», 178 444-е «Совигрипп» вакцинаһын ҡаҙатҡан», — тип белдерҙеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Бынан алда «Башинформ» республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың артыуын хәбәр иткәйне.
Фото: syl.ru