Роспотребнадзор идаралығы менән кәңәшләшкәндән һуң ведомство ошондай ҡарар ҡабул итте. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, сикләү 2021 йылдың 1 ноябренә тиклем ғәмәлдә була.
«Беҙҙең ведомство ҡарамағындағы ойошмаларға, спорт төрҙәре буйынса федерацияларға, профессиональ спорт ойошмаларына, шулай уҡ республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренә тейешле тәҡдимдәр ебәрелер», — тиелә хәбәрҙә.
Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығында белдереүҙәренсә, хоккей, футбол һәм волейбол матчтарында тамашасылар һанын сикләү тураһында мәсьәлә айырым өйрәнелә. Ведомство вәкилдәре «Өфө-Арена»ла, BetBoom Аренала һәм «Динамо» стадионында «мөмкин тиклем ҡаты санитар-эпидемиологик талаптар» ҡабул ителәсәген билдәләне.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы 21 сентябргә республикала яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандарҙың 63 519-ға етеүе тураһында хәбәр иткәйне. Вафат булғандар 1439-ға еткән.