Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
23 Сентябрь 2021, 15:04

Акцияла ҡатнаш – ағас ултырт!

“Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик хәрәкәте сиктәрендә, 24 һәм 25 сентябрҙә ағас ултыртыу буйынса акция үтә. Белорет районы ла “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушыла.

Акцияла ҡатнаш – ағас ултырт!
Акцияла ҡатнаш – ағас ултырт!

Ҡалала үҫентеләр ултыртыу һәм тамырланмағандарын алыштырыу буйынса бер нисә майҙансыҡ билдәләнгән.

Блюхер һәйкәле эргәһендәге биләмәлә, К.Маркс урамынан алып Октябрҙең 50 йыллығы урамына тиклем Киров урамында, Ленин һәм Крупская урамдары киҫелешендә, Октябрҙең 50 йыллығы урамының 60-сы, 62-се, Точисккий урамының 15-се, 17-се йорттары ихаталары һәм Чечен Республикаһында һәләк булғандар һәйкәле биләмәһендә үҫентеләр ултыртыласаҡ.

Көҙөн Белоретта 100 саған һәм шыршы үҫентеһен ултыртыу ҡаралған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: