Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
23 Сентябрь 2021, 18:07

Сибай егете Европа чемпионатына юлланды

 Австрияның Грац ҡалаһында  һөнәри оҫталыҡ буйынса Европа чемпионаты башланды. Унда Башҡортостан данын Сибайҙан Илнур Шәйхисламов яҡлай. 

Сибай егете Европа чемпионатына юлланды
Сибай егете Европа чемпионатына юлланды

Ярышты асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. 

Рәсәйҙең йыйылма командаһында 57 ағза, шуларҙың береһе — Сибайҙан Илнур Шәйхисламов. Яҡташыбыҙ «Ташты архитектур эшкәртеү» компетенцияһында ярышасаҡ.

Илнурға - 21 йәш, Сибай киң профилле һөнәри белем биреү колледжында «Автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау» йүнәлеше буйынса уҡып сыҡҡан. Егет бала саҡта рәссам булырға хыялланған, әммә һуңғы сиктә автомеханик һөнәрен һайлаған. Автомобилде ремонтлау — үҙенә күрә бер сәнғәт, ти ул.

WorldSkills хәрәкәтенә коллеждағы уҡытыусыһының кәңәше буйынса ҡушылған. Тап уҡытыусыһы егеттә техник һәләттәрҙе күреп ҡалған һәм «Ташты архитектур эшкәртеү» компетенцияһында сығыш яһап ҡарарға тәҡдим иткән. 2018 йылда Илнур республика чемпионатында еңеү яулап, ил йыйылма командаһына саҡырыу алған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: