-16 °С
Болотло
Республиканың оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда коронавирус йоҡторғандар һаны 64 меңдән ашҡан. Уҙған тәүлектә 344 кешелә COVID-19 диагнозы раҫланған. Сирлеләрҙең дөйөм һаны — 64 196.
Коронавирустан бөтәһе 55 890 кеше һауыҡҡан, шул иҫәптән 184-е — һуңғы тәүлектә. Тәүлек эсендә — 20 пациент, йәмғеһе 1 477 кеше вафат булған.
Вакцинаның беренсе компонентын — 1 259 935, икенсеһен 1 152 704 кеше ҡаҙатҡан.