-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
27 Сентябрь 2021, 13:20

279 мәктәп карантинға ябылған...

Башҡортостанда балалар күпләп ауырый. Статистикаға ярашлы, 730 белем биреү ойошмаһында яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтары асыҡланған.

279 мәктәп карантинға ябылған...

«Биштән артыҡ кеше сирләгән кластарҙа карантин индерелә. Республиканың 279 мәктәбендә ошондай сикләү сараһы ғәмәлдә (768 класс), — тине Анна Казак. – Был аҙнала барлыҡ белем биреү ойошмаларында рейдтар уҙғарыла».

Башҡортостандың баш санитар табибы билдәләүенсә, кешеләр тынысланды. Сауҙа үҙәктәрендә, транспортта һәм күп кеше ҡатнашлығындағы сараларҙа битлек режимын һәм социаль арауыҡты үтәүгә иғтибар ителмәй. Анна Казак ошо хәүефһеҙлек сараларын ҡаты контролдә тоторға тәҡдим итте.  

Фото: vzglyad.info

Автор:Эльвира Хамзина