Дәүләт башлығы белдереүенсә, Рәсәй менән стратегик хеҙмәттәшлек ике илдең төбәк-ара мөнәсәбәттәренә лә ыңғай йоғонто яһай. Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында күп яҡлы бәйләнештәр йылдам үҫешә, йөкмәткеһе лә тулылана.
– Хеҙмәттәшлек итеүгә ике яҡтан да ҡыҙыҡһыныу бар. Беҙ тармаҡ бәйләнештәрен, сәнәғәт кооперацияһын киңәйтергә, бергәләп юғары сифатлы тауарҙар етештерергә әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Туғандаш ҡаҙаҡ халҡының Башҡортостан тураһында күберәк белеүен теләйбеҙ.
Һөйләшеү барышында уртаҡ предприятиелар һаны артыуы, нефть химияһы, ауыл хужалығы, металлургия, еңел сәнәғәт һәм башҡа өлкәләрҙә инвестиция проекттары уңышлы тормошҡа ашырылыуы билдәләнде.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.