«Ошондай индексация өсөн бюджетҡа аҡса һалынған. Бынан тыш, хоҡуҡ һаҡлау органдары: Эске эштәр министрлығы, Федераль яза башҡарыу хеҙмәте, Федераль таможня хеҙмәте, Росгвардия хеҙмәткәрҙәрен һәм башҡаларҙы аҡса менән тәьмин итеүҙе арттырыу буйынса ҡарар ҡабул ителгән», — тип хәбәр итте РИА Новости, дәүләт башлығының һүҙҙәренә һылтанма менән.
Уҙған аҙнала хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков киләһе йылда страховкаһы пенсияһы — 5,9 процентҡа, социаль пенсия 7,7 процентҡа арттырыласағын хәбәр итте.
Шулай итеп, эшләмәгән пенсионерҙарҙың уртаса пенсияһы 2022 йылда — 18 521 һум, 2023 йылда — 19 477, 2024 йылда иһә 20 469 һум була.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2021 йылдың 1 июленә Башҡортостанда пенсияның уртаса күләме 15 320 һумдан артҡан. Был былтырғы менән сағыштырғанда 826 һумға күберәк.
Ошо уҡ ваҡытта республикала хаҡлы ялдағыларҙың һаны 1,192 миллиондан 1,159 миллионға тиклем кәмегән.
Фото: www.ridus.ru