Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
1 Октябрь 2021, 10:24

Башҡортостан Башлығы сикләүҙәр индереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһынан вакцинация темптары кәмене. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, 1 октябргә республика халҡының 80% прививка эшләтергә тейеш ине, ысынында иһә 50% саҡ ҡына ашыуыраҡ.

Башҡортостан Башлығы  сикләүҙәр индереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан Башлығы сикләүҙәр индереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

«Кешеләр ауырыраҡ сирләй, айырыуса прививка яһатмағандар. Беҙ уларға ярҙам итергә тырышырбыҙ. Ләкин күптәрҙе юғалтабыҙ. Реанимацияла һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылғандар араһында вакцина эшләткән бер кеше лә юҡлығын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, — тине Радий Хәбиров. — Вакцинация планы — ябай һандар ғына түгел, был — аныҡ математик иҫәп. Билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеп кенә беҙ коллектив иммунитет булдырырбыҙ һәм ғәҙәти тормошҡа кире ҡайта алырбыҙ».

Республика етәксеһе коронавирус менән ауырыу буйынса хәлде «сағыштырмаса тотороҡло» тип атаны. Уның фекеренсә, шулай ҙа халыҡтың хәүефһеҙлеге буйынса яңы саралар һәм яңы сикләүҙәр индерергә кәрәк.

«Ковидҡа ҡаршы штабта ҡарарҙар ҡабул иттек. Ҡайһы бер ойошмаларға ике документтың береһе: вакцинация тураһында сертификат йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмә менән генә инергә мөмкин», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда яңы сикләүҙәр өс этапта индерелә:

4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға, мәҙәниәт йорттарына, кинотеатрҙарға, шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығындағы спорт сараларына инеү өсөн сикләүҙәр индерелә.

12 октябрҙән был исемлеккә сауҙа үҙәктәре, шәхси музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, кинотеатрҙар, концерт залдары өҫтәлә; прививка тураһында сертификатһыҙ йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмәһеҙ ҡала-ара автобустарға һәм «Орлан» ҡала яны поезына билет һатып алып булмай.

18 октябрҙән сикләү саралары матурлыҡ, СПА салондарына, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, ресторан-кафеларға (әгәр унда 50-нән ашыу урын булһа) ҡағыла.

 

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: