Республика дүрт меңдән ашыу һалдатты Тыуған илебеҙе һаҡларға оҙатырға йыйына. Өфөнән 700-ҙән ашыу егет саҡырыла.
«Баш ҡала биләмәһендә дүрт хәрби комиссариат эшләй. Комиссариаттарҙа, йыйылыу пункттарында һәм юлда коронавирус инфекцияһының һәм башҡа миҙгелле сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймау саралары күрелә. Пункттарҙа егеттәрҙең температураһын үлсәйҙәр. Хеҙмәткә саҡырылғандарҙың бөтәһе лә ике тапҡыр коронавирусҡа тест тапшыра», — тип белдерҙеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
ОРВИ билдәләре булған һалдаттарҙы айырым урынлаштыралар, тест үткәрәләр. Кәрәк булған осраҡта дауалау тәғәйенләнә.
Көҙгө саҡырылыш 31 декабргә хәтлем дауам итә.