Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, полиция һәм милек менән идара итеү комитеты хеҙмәткәрҙәре менән рейдҡа сығып, ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында, Мәҙәниәт һарайы, Үҙәк китапхана, Картиналар галереяһы, кинотеатр һәм сауҙа нөктәләрендә булды.Учреждениеға ингәндә термометрия пункттарының, антисептиктарҙың булыу-булмауы, хеҙмәткәрҙәрҙең һәм халыҡтың битлек режимын үтәүе тикшерелде. Кеҫә телефондары аша вакцинация сертификаттарын QR-код процедураларына иғтибар бүленде.
Тәртип боҙоуҙар күҙәтелмәне. Рейдтар артабан да дауам итәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 октябрҙән исемлеккә сауҙа үҙәктәре, шәхси музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, кинотеатрҙар, концерт залдары өҫтәлә; прививка тураһында сертификатһыҙ йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмәһеҙ ҡала-ара автобустарға һәм «Орлан» ҡала яны поезына билет һатып алып булмай.
18 октябрҙән сикләү саралары матурлыҡ салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, ресторан-кафеларға (әгәр унда 50-нән ашыу урын булһа) ҡағыла.