Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
6 Октябрь 2021, 10:56

Байраҡ республикаға ҡайтты

1919 йылда Петроградты һаҡлағанда айырылып торған 2-се Башҡорт уҡсылар полкы байрағын Башҡортостанға ҡайтарыуға өлгәшелде.

Байраҡ республикаға ҡайтты
Байраҡ республикаға ҡайтты

«Беҙ тарихи хәтерҙе һаҡлау, Башҡортостан яугирҙәренең хәрби батырлыҡтарын мәңгеләштереү мәсьәләләренә айырым иғтибар бүләбеҙ. Башҡорт полктарының Петроградты генерал Николай Юденич ғәскәрҙәренән һәм сит ил интервенттарынан яҡлап һуғышыуы яҡташтарыбыҙҙың ил дәүләтселеген һаҡлауға өлөш индереү өлгөһө булып тора. 1919 йылда Реввоенсовет Ҡыҙыл Армияның бер нисә башҡорт полкын Көньяҡ фронттан Петроград янына күсерергә ҡарар итә. Улар Петроград эшселәре, курсанттары һәм моряктарына ярҙамға килә. Ул саҡта Петроградты һаҡлап алып ҡалалар», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡорт полкының байрағы 10 йыл шәхси коллекцияларҙа һаҡланған, Рәсәйгә ул АҠШ-тан ҡайтҡан.

«Был байраҡты 2-се Башҡорт уҡсылар полкы яугирҙәре теккән. Билдәле булыуынса, Граждандар һуғышында ҡыйыу яҡташтарыбыҙ ошо байраҡ аҫтында дошманға ҡаршы алышҡан. Бындай ҡомартҡыны һәйбәт һаҡланған килеш табыу — бик һирәк осраҡ. Хәҙер ул Башҡортостандың Милли музейына һаҡлауға тапшырыла. Тарихыбыҙға һәр ваҡыт ихтирам менән ҡарайым. Тарихи мираҫты ҡайтарыу — беҙҙең бурыс».

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: