Ошо уңайҙан Радий Хәбиров байрам саралары планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушты. Муниципалитеттарға «учреждениеларҙы, урамдарҙы, майҙандарҙы, йәмәғәт биналарын Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикалары менән байрамса биҙәргә тәҡдим ителде», тиелә документта. Тантаналы саралар санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп ойошторолорға тейеш, тип билдәләнә.
Республиканың ҡала-райондары хакимиәттәренә «тораҡ пункттарҙа йәрминкәләр үткәреү, күсмә байрам сауҙаһын ойоштороу» бурысы йөкмәтелде.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республика законына ярашлы, 11 октябрҙә Республика көнө – Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеү көнө билдәләнә.
Республика көнө байрам тип иҫәпләнә.
«2021 йылдың 11 октябрендәге байрам дүшәмбегә тап килә. Йома, 8 октябрҙә, эш көнө ҡыҫҡармай, — тип белдерҙеләр Хеҙмәт министрлығында. — Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 2021 йылдың 9, 10 һәм 11 октябре ял көндәре булып тора».