Белорет районы COVID-19 менән сирләүселәр, вакцина эшләтеүселәр һаны буйынса ла артта ҡалған төбәктәрҙең береһе. Район-ҡалала вакцина яһатыусылар һаны 35 процент ҡына тәшкил итә.
Ҡалала сикләүҙәрҙең үтәлеше буйынса социаль, сауҙа объекттары буйлап рейдтар үткәрелә башланы. Талаптарҙың нисек үтәлеүенән тыш, аңлатыу эштәре лә алып барылды.
Рейдта район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Ростехнадзорҙың Көнбайыш-Урал дәүләт күҙәтеүе идаралығының өлкән инспекторы Ольга Курило һәм башҡа белгестәр ҡатнашты. Улар «Четвертое измерение», «Проспект», «Арбат» сауҙа үҙәктәрендә, «Ҡала баҙары «Аструм» сауҙа комплексында, «СтройКа» гипермаркетында булды, етәкселәре менән аралашты, талаптарҙың үтәлешен ҡараны. Күпселек сауҙа үҙәктәре талаптарға ярашлы эшләй һәм һатып алыусыларҙы ҡабул итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. 12 октябрҙән 27-һенә тиклем музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, сауҙа үҙәктәренә, матурлыҡ һәм массаж салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-спорт комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларына барғанда, ҡала-ара автобустарға һәм «Орлан» ҡала яны поезына билет алғанда вакцинация тураһында сертификат, ярты йыл эсендә ковид менән ауырығанды раҫлаған белешмә, ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе хаҡында белешмә күрһәтергә кәрәк.