Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
9 Октябрь 2021, 10:22

"Ынтылыш тәрбиәләү - беҙҙең төп бурыс"

Республика көнө алдынан 47 медицина хеҙмәткәренә дәүләт наградалары тапшырылды. 

"Ынтылыш тәрбиәләү - беҙҙең төп бурыс"
"Ынтылыш тәрбиәләү - беҙҙең төп бурыс"

Тантаналы сарала республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменән Пирогов ордены, Лука Крымский миҙалы, “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орден миҙалы, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” исеме, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

"Һеҙгә хеҙмәтегеҙ, меңәрләгән кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуығыҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм", - тине республика Башлығы.

Әлегә, пандемияның тағы көсәйгән осоронда, медицина хеҙмәткәрҙәре - халыҡтың өмөтө һәм яҡлаусыһы.

"Былтыр донъя халҡы өсөн оло һынауға әүерелгән пандемия табип һөнәренең ни тиклем мөһим икәнлеген йәнә бер тапҡыр иҫбатланы. Әлбиттә, бөтөн хеҙмәттәр ҙә, ирекмәндәр ҙә һеҙгә был осорҙа ярҙам ҡулы һуҙҙы. Шуға ҡарамаҫтан, бөтөн көс тәү сиратта һеҙгә төштө.

Табиптар һәм шәфҡәт туташтарына эш хаҡын күтәреүҙе дауам итәсәкбеҙ, вакцинацияланған һәр кеше өсөн өҫтәмә түләүҙәр буласаҡ. Ауырыу осраҡтары артҡан мәлдә дауаханаларҙа урындарҙы күбәйтеүҙе тиҙ арала эшләнек, кәрәкле дарыуҙар алынды, медицина хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә рәүештә белемен камиллаштырҙы. Тиҙ арала ике заманса COVID-госпиталь төҙөнөк.

Пандемия осоро булыуға ҡарамаҫтан, республикабыҙҙа Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылы дауам итә, төрлө саралар үткәрелә. Үлем осраҡтарын кәметеү, кешеләрҙең һаулығын һаҡлау, үҫеп килгән быуында сәләмәт тормош алып барыуға ынтылыш тәрбиәләү - беҙҙең төп бурыс", - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Бүләкләнеүселәр араһында Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире СТЕПАНОВ Алексей Викторович та бар. Ул мәртәбәле нграда - Лука Крымский миҙалы менән наградланды. 

"Ауыр осорҙа табиптарҙың хеҙмәтен баһалау – беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Артабан да республика именлеге өсөн тырышып хеҙмәт итеүгә көс һәм дәрт алып ҡайттыҡ", - тине табип.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: