– Баш ҡалабыҙҙың алда торған юбилейы – тотош республика әһәмиәтендәге оло ваҡиға. Тимәк, был датаның барлыҡ Башҡортостан халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә байрамға әйләнеүе мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Кешеләргә тантана бүләк итергә, ҡаланы ныҡ матурларға тейешбеҙ. Ил Президенты Владимир Путин 2024 йылда Өфө ҡалаһының 450 йыллығын билдәләү тураһында ҡарарға бер йыл элек ҡул ҡуйғайны, шуға федераль ярҙамға иҫәп тотабыҙ.
Кәңәшмәлә юбилейға ҡарата социаль, мәҙәни, спорт, инфраструктура объекттарын капиталь ремонтлау һәм яңыларын төҙөү планы, әҙерлек һәм перспектива мәсьәләләре тикшерелде. Мәҫәлән, көрәш, фехтование һәм ишеү слаломы үҙәктәре, Евразия кимәлендәге китапхана асыу күҙ уңында тотола. Бынан тыш, Октябрь революцияһы урамын, Коммунистик урамдағы үткәүелде, Ҡурсаҡ һәм Рус дәүләт академия драма театрҙары биналарын реконструкциялау, транспорт ҡоролмаларын ремонтлау планға индерелгән.
Сарала ҡатнашыусылар Өфө парктарын һәм скверҙарын, йорт фасадтарын матурлау, ҡала эсендәге автомобиль юлдарын яҡшыртыу буйынса кәңәшләште. Республика Башлығы барлыҡ министрлыҡ һәм ведомстволарға эштең барышын, графикка ярашлы тиҙлеген етди контролдә тоторға, федераль ҡаҙнанан финанслау мәсьәләләрен ваҡытында килешеп хәл итергә ҡушты.
Фото: glavarb.ru