+6 °С
Дождь
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
12 Октябрь , 10:05

Өлкәндәр өсөн мотлаҡ үҙҡурсалау режимын индерәләр

Республика Хөкүмәтендә бөгөн үткән оператив кәңәшмәлә 13 октябрҙән Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр өсөн мотлаҡ үҙҡурсалау режимын индереүҙәре тураһында хәбәр иттеләр.  

Өлкәндәр өсөн мотлаҡ үҙҡурсалау режимын индерәләр

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы коронавируслы инфекция таралыу һөҙөмтәһендә үрҙә әйтелгән халыҡ категорияһына үҙҡурсалау режимы кәрәклеге тураһында төбәктең ковид госпиталдәре баш табиптары хәбәр итте. Медиктар тап +65 йәшлек кешеләрҙә һәм хроник сирлеләрҙә үлемдәрҙең юғары булыуы һәм сирҙең ауыр үтеүе тураһында иҫкәртә.

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров аныҡлап әйтеүенсә, үҙҡурсалау ҡағиҙәләре вакцина яһатмаған өлкәндәр һәм хроник ауырыуҙарға дусар булыусыларға ҡағыла.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына яңы сикләүҙәрҙе күҙәтеү механизмдарын уйларға ҡушылды.  

«Бөтә муниципалитеттар коронавирустан вакциналанмаған 65 йәштән өлкәндәр өйҙә ултырһын өсөн эште ойошторһон тип һорайым. Бындай норма быға тиклем булды, бер йыл элеккене иҫләргә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.

Республика биләмәһендә COVID-19 таралыу хәүефенә арналған «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында» указына  өҫтәмәләр бөгөн индереләсәк.  

Автор:Эльвира Хамзина