Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
15 Октябрь 2021, 12:36

Вакцияланмаған хеҙмәткәрҙәр ситләтеләсәк

Роспотребнадзорҙың  кисә үткән брифингыһында Башҡортостандың баш санитар табибы Анна Казак вакцинаһыҙ кешеләр эштән ситләтеләсәк, тип белдерҙе.

Вакцияланмаған хеҙмәткәрҙәр ситләтеләсәк
Вакцияланмаған хеҙмәткәрҙәр ситләтеләсәк

Башҡортостан эш биреүселәре 18 декабрҙән ковид вирусына ҡаршы прививка эшләтеүҙән баш тартҡан хеҙмәткәрҙәрҙе эш хаҡы түләмәйенсә эштән ситләтергә тейеш була.

"Әгәр ул быны эшләмәй, коллективында вакцина ҡаҙатмағандар эшләй икән, беҙ етәксегә Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙруҙар кодексының 6.3 статьяһының 2-се бүлеге буйынса яза бирәбеҙ. Төрлө кешеләрҙе яҡлау буйынса юллауҙар булыуы ихтимал, сөнки эш биреүсе был инфекцияның таралыуына булышлыҡ итә, - тине баш санитар табип.

Граждандар өсөн 15 меңдән 40 мең һумғаса штраф ҡаралған. Юридик шәхестәргә был талапты үтәмәһәләр150 мең һумға хәтлем штраф һәм 90 тәүлеккә эшмәкәрлекте туҡтатыу янай.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: