Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
16 Октябрь 2021, 18:21

Сираттағы рейд үтте

Бөгөн муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ҡаланың сауҙа үҙәктәре, бөҙрәханалар, мунсалар, матурлыҡ салондары, ритуаль хеҙмәттәре, фитнес-клубтар буйлап рейдҡа сыҡты. 

Сираттағы рейд үтте
Сираттағы рейд үтте
Уның маҡсаты булып, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле "Юғары әҙерлек тәртибе тураһында"ғы Указына ярашлы 18 октябрҙән үҙ көсөнә инәсәк сикләүҙәр менән таныштырыу торҙо.
Комиссия ағзалары тарафынан тәү сиратта битлек режимы һаҡланыуын, антисептиктар барлығын һәм уларҙың дөрөҫ урынлашыуын, тән температураһын үлсәү приборҙарының барлығын, иҙәндәрҙәге разметкалар торошо, таҙалыҡ режимын һаҡлау һәм башҡалар тикшерелде, етешһеҙлектәр тураһында аңлатылды һәм уларҙы тиҙ арала үтәргә ҡушылды.
Билдәле булыуынса, ҡайһы бер ойошмаларға, сауҙа үҙәктәренә вакцинация тураһында сертификат йәки сирҙе үткәреү тураһындағы документ менән үтеп була.
Башҡортостостанда
4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға, мәҙәниәт йорттарына, кинотеатрҙарға, шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығындағы спорт сараларына инеү өсөн сикләүҙәр ҡуйылды.
12 октябрҙән был исемлеккә сауҙа үҙәктәре, шәхси музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, кинотеатрҙар, концерт залдары өҫтәлә; прививка тураһында сертификатһыҙ йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмәһеҙ ҡала-ара автобустарға һәм "Орлан" ҡала яны поезына билет һатып алып булмай.
18 октябрҙән сикләү саралары матурлыҡ салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, ресторан-кафеларға (әгәр унда 50-нән ашыу урын булһа) ҡағыласаҡ.
"ХL" сауҙа үҙәгендәге "5"-ка магазины урынлашҡан бүлектә ишек алдында граждандарҙың вакцинацияланыу һәм тән температураһын үлсәү хеҙмәтен үтәгән Елена Әмирханова әйтеүенсә, яңы төр сикләүҙәргә күптәр кире ҡараш белдерә. Бигерәк тә, киске ваҡыттарҙа алкаголле эсемлек артынан килгән ҡыҙмаса кешеләр ғауға ҡуптара. Уларға хатта полиция хеҙмәтен дә саҡыртырға тура килгән.
Ҡаланың "Аструм" баҙарында иһә хәл тотороҡлораҡ. "Был сикләүҙәргә аңлап та, аңламай ҡарағандар да, хатта яңы төр сикләүҙәр тураһында мәлүмәтле булмағандар ҙа бар. Прививкаланыу тураһында сертификатҡа эйә булмаусылар күпселек өндәшмәй генә кире боролоп сығып китә, тауыш күтәреүселәр ҙә бар. Беҙҙен сауҙа үҙәгендә йәмғеһе 5 инеү-сығыу урыны бар һәм уларҙың һәр ҡайһыһында күҙәтеүселәр эшләй. Республика Башлығының коронавирусҡа ҡаршы индерелгән яңы сикләүҙәрҙе теүәл үтәргә тырышабыҙ", - ти контролер Сергей Книгин.
Автор:Расима Салихова
Читайте нас: