Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Октябрь 2021, 17:08

Контейнерҙар ҡуйылды

Асы ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн контейнерҙар урынлаштырыу дауам итә.

Контейнерҙар ҡуйылды
Контейнерҙар ҡуйылды

Ошо көндәрҙә Берештамаҡ ауылында өс майҙансыҡта барлығы туғыҙ контейнер урынлаштырылды. Майҙансыҡтың икәүһен эшселәр бетонлап та ҡуйҙылар инде. Был "Эко-Сити" эшселәренә контейнерҙарҙы машинаға тәгәрәтеп алып барыу өсөн дә уңайлы буласаҡ.

Быға тиклем берештамаҡтар сүп-сарын тоҡтарға йыйһа, хәҙер инде ауыл халҡы сүп-сарын шул контейнерға һала. “Эко-Сити” ойошмаһы график буйынса аҙнаһына бер килеп тейәп алып китеп торасаҡ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: