Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Октябрь 2021, 10:29

Яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле индерелгән юғары әҙерлек тураһындағы указға өҫтәмәләр индерҙе.

Яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә
Яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә

Указға ярашлы, 2021 йылдың 25 октябренән 18 йәштән оло граждандар ваҡлап һатыу баҙарҙарына COVID-2019-ға ҡаршы вакциналау тураһында сертификат йәки һуңғы алты айҙа коронавирус менән ауырығанды раҫлаған белешмә күрһәтеп кенә инә аласаҡ. Был ауыл хужалығы һәм махсуслашҡан аҙыҡ-тәлек баҙарҙарына ҡағылмай.

2021 йылдың 1 декабренән ошо уҡ документтарҙы санатор-курорт ойошмаларына, шифаханаларына, пансионаттарына һәм ял йорттарына барғанда күрһәтеү мотлаҡ буласаҡ. Быға тиклем индерелгән сикләүҙәр ҙә ғәмәлдә ҡала бирә. Әйтелгән сертификат-белешмәләргә ҡушып республикала йәшәүселәр вәкәләтле вазифалы шәхестәр талабы буйынса паспорт йәки шәхесте раҫлаусы башҡа документ күрһәтергә тейеш.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башҡа профилле ведомстволар менән берлектә үҙҡурсалау режимында булыусы кешеләргә ярҙам итеү буйынса Координация үҙәге эшен яңынан башлай. Унда мохтаждарға бушлай тейешле хеҙмәттәр күрһәтеләсәк.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: