Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
21 Октябрь 2021, 17:42

Изгелек ҡылыу ҙа - батырлыҡ

Быйылғы йыл район территорияһында урман янғындарының күп булыуы менән айырылып торҙо. Бәхеткә күрә, улар яуаплы хеҙмәттәрҙең сифатлы эше һәм битараф булмаған кешеләрҙең актив ҡатнашлығы арҡаһында ваҡытында һүндерелде.

Изгелек ҡылыу ҙа - батырлыҡ
Изгелек ҡылыу ҙа - батырлыҡ

Бөгөн район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты урынбаҫары Морат Задин һәм район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта янғын һүндереүҙә актив ҡатнашҡандарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең бер төркөм хеҙмәткәрҙәре Маҡтау грамоталары менән тәбрикләнде.

Сермән ауылы хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов, ауыл советы депутаты Илдус Абдуллин, Александр Шубин, Айҙар Ғәлиастанов һәм Иршат Низаметдинов, Анатолий Ручкин, Рәзим Сафин Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Граждандар оборонаһы өлкәһендә һәм Белорет районы биләмәһендә хәүефле миҙгелдә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлауҙа сифатлы эше өсөн Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән билдәләнде.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: