Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
21 Октябрь 2021, 09:54

Рәсәйҙә ял көндәре иғлан ителде

Рәсәй Президенты ил хөкүмәтенең 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре иғлан итеү тураһында тәҡдимен хупланы. 

Рәсәйҙә ял көндәре иғлан ителде
Рәсәйҙә ял көндәре иғлан ителде

Владимир Путин Рәсәй хөкүмәте ағзалары менән үткәргән кәңәшмәлә вице-премьер Татьяна Голикова коронавирустың ил буйлап таралыуы арҡаһында 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре иғлан итеү тураһында тәҡдим яһаны.

«Илдең эпидемиологик хәл айырыуса ҡатмарлы булған төбәктәрендә ял көндәрен алданыраҡ, мәҫәлән шәмбенән, 23 октябрҙән индерергә тәҡдим итәм", - тине ул һәм коронавирус менән башҡа миҙгел вирустарының таралыуына бәйле эпидемиологик хәл ҡатмарлаша бара тип белдерҙе. - Беҙ бына айҙан ашыу ауырыусылар һанының тотороҡло үҫешен күҙәтәбеҙ. Тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороусыларҙың һаны 35 меңгә етә, һуңғы ваҡытта беҙ көн һайын 1 меңдән ашыу гражданды юғалтабыҙ. Был ныҡ ҡурҡыныс һандар, сөнки улар артында яҡын кешеләребеҙҙең ғүмерҙәре тора», - тине Голикова.
Вице-премьер әйтеүенсә, РФ төбәктәре күп кеше ҡатнашлығындағы сараларға, айырым объекттарға кешеләрҙе вакциналауҙы күрһәткән QR-код йәки ковид менән ауырығанды раҫлаған белешмә менән генә индереүҙе тәьмин итергә тейеш. Был алда иғлан ителгән ял көндәренә лә ҡағыла.

Голикова артабан прививка яһатмаған пенсионерҙар өсөн өй режимын индерергә һәм вакцинаһыҙ оло йәштәге хеҙмәткәрҙәрҙе "удаленка"ға ебәрергә кәрәк тип белдерҙе.

Владимир Путин, үҙ сиратында, эпидемияның яңы тулҡыны бейеклеген кире ҡағыу мөһим тип белдерҙе һәм килеп тыуған хәл йәһәтенән бар илдә ял көндәрен иғлан итеү тураһында тәҡдимгә ризалығын белдерҙе.

Президент айырым билдәләп әйтеүенсә ял көндәрендә хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы һаҡланып ҡалырға тейеш.

Бынан тыш, Путин төбәктәргә ковид менән көрәшкә өҫтәлмә ял көндәре бүлеү хоҡуғын бирҙе һәм кәрәккәндә уларҙы 23 октябрҙән индерергә саҡырҙы.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: