Милли батырыбыҙ һәйкәле — федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫҡа индерелгән объект. Тик йылдар үтеү менән монументтың тотороҡлолоғо таушала бара. «60-сы йылдарҙа етештерелгән сөгөн һауа шарттары арҡаһында зыян күргән, һәйкәлгә йәшен атыуы ла ихтимал тип күҙаллана, шунлыҡтан уның нигеҙе яйлап ҡына ауыша башлаған, — тип аңлата белгестәр. — Бөгөнгө көндә монумент алға ҡарай 7 сантиметрға эйелгәнлеге асыҡланды. Тимәк, аттың һулаҡай аяғына көс төшә бара, плинтты алмаштырыу талап ителә».
Бынан тыш скульптура үҙе коррозия йоғонтоһона бирелгән. Ремонтлағандан һуң һәйкәлгә үҙенең элекке — һоро сөгөн төҫө ҡайтарыласаҡ. Уны 2015 йыл ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан йәшкелт төҫкә буяп ҡуйғайнылар.
Реставрация ошо майҙанда уҡ башҡарыласаҡ, тип вәғәҙәләнә. Монументтың өҫтөн сисеп алып, махсус япма аҫтында төҙөкләндерергә уйлайҙар. Эштәр киләһе йылдың май айында башланһа, 9 ай дауам итәсәк.