Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Октябрь 2021, 09:40

Үҙҡурсалауҙа булғандарға ярҙам итәләр

“Изгелек академияһы” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге был категорияларға ҡараған граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү эшен ҡайтанан башланы...

Үҙҡурсалауҙа булғандарға ярҙам итәләр
Үҙҡурсалауҙа булғандарға ярҙам итәләр

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе.

Документҡа ярашлы, 13 октябрҙән 65 йәштән уҙған өлкәндәргә, хроник сирлеләргә мотлаҡ үҙҡурсалау режимын һаҡларға кәрәк. Уларға иртәнге 11-ҙән көндөҙгө сәғәт 1-гә тиклем аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алыу, медицина учреждениеларына мөрәжәғәт итеү (шул иҫәптән COVIDҡа ҡаршы вакцина эшләтеү), банкка, бәйләнеш салондарына, ҡала ситендәге баҡсаға, дачаға, зыяратҡа барыу рөхсәт ителә.

Был сикләүҙәр коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһатыу тураһындағы сертификатҡа (электрон йәки ҡағыҙ форматта) эйә булғандарға, һуңғы алты ай эсендә ауырығанды дәлилләгән документтары булғандарға ҡағылмай.

- Һуңғы ваҡиғаларға бәйле, “Изгелек академияһы” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге был категорияларға ҡараған граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү эшен ҡайтанан башланы. Был автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма хеҙмәткәрҙәре 65 йәштән уҙған, үҙҡурсалауҙа булған граждандарға аҙыҡ-түлек, дарыу, көндәлек кәрәк-яраҡтарҙы һатып алып өйҙәренә алып барыу, сүп-сарҙы сығарыу хеҙмәттәре күрһәтә. Барлыҡ һорауҙар буйынса 8 (34792) 3-33-41 телефонына шылтыратырға мөмкин.

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәге ҡарамағындағы Координацион үҙәктең эшмәкәрлеге лә яңыртылды. Үҙҡурсалауҙа булғандар (65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр) 8-800-775-0014 телефоны буйынса заявкаларын ҡалдыра ала.

“Ҡыҙыу бәйләнеш” һандарына шулай уҡ аҙыҡ-түлек, дарыу, көндәлек кәрәк-яраҡтары килтереү, сүп-сарҙы сығарыу буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шылтыратыуҙар эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем ҡабул ителә. Мөрәжәғәттәр белгестәр тарафынан эшкәртелгәс, заявкалар территориаль билдәләре буйынса һаҡланған элемтә каналдары аша автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ебәрелә. Республикала шулай уҡ Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эшләй. Унда дауаланыуға, бушлай дарыуҙар алыу тәртибенә, хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ тураһындағы ҡағыҙҙарҙы тултырыуға бәйле һәм башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә була. Үҙәк белгестәре 8(347) 218-1919 телефон һандары буйынса халыҡҡа мәғлүмәт бирә. Был телефон республиканың барлыҡ райондары өсөн берҙәм булып тора, - тине “Изгелек академияһы” үҙәге директоры Эльвира Рауил ҡыҙы Ғайсина.

Фото Интернеттан алынды.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: