Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Октябрь 2021, 13:08

Тулы локдаундан баш тарттылар

Күпселек ойошмалар эшләүҙәрен дауам итә.

Тулы локдаундан баш тарттылар
Тулы локдаундан баш тарттылар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға яңы үҙгәрештәр индерҙе.

29 октябрҙәге документтың һуңғы редакцияһына ярашлы, 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашҡан барлыҡ эшлекле, мәҙәни, күңел асыу һәм спорт сараларын уҙғармаҫҡа, мөмкин булмаған осраҡта иһә икенсе ваҡытҡа күсерергә тәҡдим ителә. Республиканың оператив штабы ҡарары нигеҙендә үткәрелгән сараларҙан тыш.

Рәсәй Президенты указы менән билдәләнгән ял көндәрендә – 2021 йылдың 30 октябренән 7 ноябренә тиклем республиканың мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау ойошмалары ғәҙәттәгесә эшләй.

Төнгө сәғәт 11-ҙән таңғы 6-ға тиклем күңел асыу сараларын ойоштороу һәм дөйөм туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәтеү тыйыла (дистанцион сауҙа итеүҙән тыш).

Балалар өсөн уйын бүлмәләре һәм күңел асыу үҙәктәренең эше туҡтатыла. Шул уҡ ваҡытта сауҙа үҙәктәренә, матурлыҡ салондарына, фитнес-клубтарға Дәүләт хеҙмәттәренән вакцинация тураһында сертификат, ярты йылы элек сирләү хаҡында белешмә йәки медицина күрһәтмәһе (дауалаусы табип һәм баш табип ҡултамғаһы менән) +кире һөҙөмтәле ПЦР-тест (өс тәүлек ғәмәлдә) менән инергә мөмкин. Үҙең менән паспорт йәки водитель танытмаһы ла булырға тейеш.

2021 йылдың 29 октябренән 60  йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәрҙән яфаланғандар изоляция тәртибен үтәргә бурыслы. Был коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу тураһында сертификаты йәки алты ай дауамында COVID-19 менән ауырыу хаҡында белешмәһе булғандарға ҡағылмай.

Тағы бер яңылыҡ: коронавирустан прививка эшләткән хеҙмәткәрҙәргә, хеҙмәт хаҡын һаҡлап, ике көн ял бирергә тәҡдим ителә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: