Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
2 Ноябрь 2021, 00:36

Алдынғыларға - автомобилдәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан “Уңыш-2021” конкурсы еңеүселәренә сертификаттар һәм "Lada Niva" автомобилдәре асҡыстарын тапшырҙы.

Алдынғыларға - автомобилдәр
Алдынғыларға - автомобилдәр

– Быйыл ҡоролоҡ ауыл хужалығына зыян килтерҙе. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, беҙ агросәнәғәткә ярҙам итеүҙе, даими яңыртыуҙы дауам итәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа аграр техниканы яңыртыуға әһәмиәт бирәбеҙ, йыл һайын 300-әр заманса трактор һәм комбайндар алабыҙ. Былтыр ун миллиард һумлыҡ техникалы булдыҡ. Ә быйыл туғыҙ ай эсендә ошо маҡсатҡа 8,5 млрд. һум йүнәлттек. Бындай масштабты ауылдарыбыҙҙың күптән күргәне булманы, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн иң яҡшы комбайнсыларға, механизаторҙарға, водителдәргә шәхси автомобиль асҡыстары тапшырабыҙ.

Республика конкурсында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән 20 механизаторҙы билдәләнеләр. Йыл һайын конкурста ҡатнашыусылар һаны арта. Быйыл 490 механизатор еңеүсе исеме өсөн көрәште, уларҙың араһында студенттар ҙа бар.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: