Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
4 Ноябрь 2021, 10:46

Ашығығыҙ, һынаулы ғына көндәр ҡалды!

“Рәсәй тәмдәре” туҡланыу аҙыҡ-түлеге төбәк брендтары милли конкурсының “Халыҡ тауыш биреүе” этабында тауыш биреү тамамланыуға өс көн генә ҡалды!

Ашығығыҙ, һынаулы ғына көндәр ҡалды!
Ашығығыҙ, һынаулы ғына көндәр ҡалды!

7 ноябргә тиклем һәр кем яратҡан ризығы өсөн тауыш бирә ала. Бының өсөн  https://russiantastes.ru/ һылтанмаһы буйынса сайтҡа инеп, исемлектән беҙҙең төбәкте һәм оҡшаған брендты һайларға кәрәк.

Әлегә бер башҡорт брендтары артта ҡала. Беҙҙең бал йә ҡымыҙ, ҡорот йә ҡаҙылыҡ еңеүсе булырға лайыҡлы түгелме ни? Илдәге иң ҙур йүкә урмандары Башҡортостанда - улар бер миллион гектарҙан ашыуыраҡ майҙанды биләй. ГОСТ буйынса ундағы йүкә продукты 30 процент тәшкил иткәндә бал йүкә балы тип һаналһа, беҙҙә был күрһәткес 70 процентҡа етә! Башҡорт бал ҡорттары ла балды тик тәбиғи сығанаҡтарҙан йыйырға ярата. Ә беҙҙең ҡымыҙ менән хатта бөйөк рус яҙыусылары Лев Толстой, Антон Чехов дауаланған. 

Конкурсҡа Башҡорт балы, Башҡорт ҡымыҙы, Башҡорт ҡорото, Башҡорт ҡаҡланған ҡаҙылығы, Башҡорт өсмөйөшө, Башҡорт оҙаҡ һаҡланған сыры, Башҡорт соусы, Башҡорт баллы сыры, Башҡортостандан шоколад, Башҡортостандан ыҫланған дөйәғош ите, Башҡорт балынан эшләнгән алкоголһеҙ эсемлек, “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыуы тәҡдим ителде. Уларға тауыш биреп өлгөрәйек!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: