Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
16 Ноябрь 2021, 09:36

Республика Башлығы - Дәүләт Советы Президиумы составында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы Президиумының яңы составына инде. Был туралағы ҡарарға ил Президенты Владимир Путин кисә ҡул ҡуйған.

Республика Башлығы - Дәүләт Советы Президиумы составында
Республика Башлығы - Дәүләт Советы Президиумы составында

Шулай уҡ Дәүләт Советының яңы составына Ямал-Ненец автономиялы округы, Әстрхан, Ленинград, Ҡурған өлкәләре, Тула өлкәһенең Узлов районы, Камчатка крайы, Алтай, Төньяҡ Осетия етәкселәре һәм Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле инде.

Президиумдың шәхси составы дәүләт башлығы тарафынан билдәләнә һәм ярты йылға бер тапҡыр алмаштырыла. Ул Дәүләт Советы эшмәкәрлегенең ағымдағы мәсьәләләрен хәл итә, шул иҫәптән уның эш планын, сираттағы ултырыштың көн тәртибен ҡарай.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда уның составына бер тапҡыр ингәйне инде.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: