Рәсми бүлек
18 Ноября 2021, 11:27

Указдың яңы редакцияһы донъя күрҙе

Республика Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһы таралыуына бәйле «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында указына йәнә үҙгәрештәр индерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Указдың яңы редакцияһы донъя күрҙеУказдың яңы редакцияһы донъя күрҙе
Указдың яңы редакцияһы донъя күрҙе

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 1 декабрҙән республика ҡунаҡханаларына коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеү тураһында сертификат, алты ай эсендә COVID-19 менән ауырыу йә иһә прививка яһатырға ярамауы хаҡында медицина белешмәһе (ПЦР-тест та кәрәк) менән генә урынлашырға була.

Шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһында РПЛ һәм КХЛ уйындарында футбол майҙанын, «Өфө-Арена»ны 70% тултырырға мөмкин. Төп шарт — тамашасыларҙың сертификаты йәки ярты йыл эсендә сирҙе үткәреү тураһында сертификаты булыуы.

Автор:Эльвира Хамзина