Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Ноябрь 2021, 13:07

Донъя кимәлендәге кампус буласаҡ

Баш ҡалабыҙҙың Зәки Вәлиди урамында заманса  студенттар ҡаласығы, технопарк төҙөлә. 

Донъя кимәлендәге кампус буласаҡ
Донъя кимәлендәге кампус буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә: “Студенттарҙың донъя кимәлендәге вуз-ара кампусы өҫтөндә эшләйбеҙ. Уны төҙөү идеяһына ике йыл элек  тотонғайныҡ. Яңы объектты төҙөүҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин да хупланы. Беҙ уға бының өсөн рәхмәтле. Шулай итеп, беҙҙең кампус Рәсәйҙә төҙөләсәк донъя кимәлендәге һигеҙ кампус шорт-лисына инде.

Беренсе этапта,  2022-2023 йылдарҙа  "IQ-парк”  юғары технологиялар паркы бинаһын реконструкциялауҙы тамамлаясаҡбыҙ. Бында кворинг, һанлы китапхана , студент компаниялары, вуздар эргәһендәге бәләкәй инновация ойошмаларының офистары, лабораториялары урынлашасаҡ.

Икенсе этапта ошо уҡ урында заманса студенттар ятаҡханаһы төҙөйәсәкбеҙ. Ул 2025 йылға тиклем төҙөлөп бөтөр, тип күҙаллайбыҙ. Кампустың үҙәктәге майҙаны – 100 мең квадрат метрҙан ашыу. Бында 3500 студент һәм аспирант йәшәйәсәк.

Кампус ятаҡ ҡына түгел, ә генетика, фотоника, климат, авиация- космик һәм һанлы технологиялар йүнәлешендә донъя кимәлендәге лабораториялары булған мәғариф үҙәге, ҙур фәнни ҡаласыҡ.

Студент тормошо өсөн заманса йыһазландырылған спорт менән шөғөлләнеү һәм йәмәғәт урындары ла , төрлө йәште иҫәпкә алып, ял зоналары ла кәрәк. Был йүнәлештә беҙҙең эштәр күп. Кампус уңайлы, матур булһын өсөн уҡытыусылар, студенттар, кампус ҡунаҡтарының да мәнфәғәте иҫәпкә алып эшләнһен ине, тип теләйем", - тип яҙҙы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: