Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
21 Ноябрь 2021, 13:36

Йәшәү минимумы арта

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2022 йылда йәшәү минимумын мең һумға — 12 654 һумға тиклем арттырырға ҡушты, тип хәбәр итә ТАСС.

Йәшәү минимумы арта
Йәшәү минимумы арта

«Киләһе йылға федераль бюджет проектында хәҙер йәшәү минимумын 2,5 процентҡа индексациялау ҡаралған. Әлбиттә, был ғына етмәй, сөнки бындай параметрҙар һуңғы айҙарҙа күҙәтелгән ағымдағы инфляция кимәленән күпкә ҡалыша», — тине ул.

«2022 йылға йәшәү минимумының юғарыраҡ планкаһын ҡуйырға , уны инфляция менән сағыштырғанда йылдамыраҡ темптар менән, атап әйткәндә, 8,6% арттырырға тәҡдим итәм. Илдә йәшәү минимумы айына 12 654 һумғаса артырға тейеш — был бөгөнгөгә ҡарағанда мең һумға күберәк», — тип дауам итте президент.

Шулай уҡ президент 2022 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 8,6 процентҡа — айына 13 890 һумға хәтлем арттырырға ҡушты.

Яҡын көндәрҙә Думаға минималь эш хаҡы күләмен һәм йәшәү минимумын арттырыу тураһында төҙәтмәләр индерелә.

"Башинформ". 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: