Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Ноябрь 2021, 10:47

Рәсәй президенты ҡабаттан прививка эшләтте

Владимир Путин «Спутник Лайт» вакцинаһын ҡаҙатты.

Рәсәй президенты ҡабаттан прививка эшләтте
Рәсәй президенты ҡабаттан прививка эшләтте

«Һеҙҙең һәм коллегаларығыҙҙың тәҡдиме менән «Спутник Лайт» прививкаһын яһаттым. Был ревакцинация тип атала», — тине дәүләт башлығы Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология үҙәге директоры урынбаҫары Денис Логунов менән осрашыуҙа.

Владимир Путин үҙен яҡшы тойоуын билдәләне.

РИА Новости мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй лидеры ковидтан назаль вакцинаны ҡулланыу тәжрибәһендә ҡатнашырға теләүен дә белдерҙе. Денис Логунов бының өсөн ризалыҡ ҡағыҙына ҡул ҡуйырға кәрәклеге хаҡында әйтте. Владимир Путин кәрәкле документҡа ҡул ҡуясағын белдерҙе.

«Һөйләшеп килештек, мотлаҡ ҡул ҡуйырмын. Быны бөгөн үк эшләргә мөмкин», — тине ул.

Үткән яҙ Владимир Путин ике компонентлы «Спутник V» прививкаһын яһатҡайны.

Фото: RIA_Kremlinpool

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас в