Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
4 Декабрь 2021, 23:54

"Партия төп бурысын лайыҡлы башҡара"

Партия төп бурысын лайыҡлы башҡара – халыҡ менән бергә, уларға ауыр мәлдә ярҙам итә.

"Партия төп бурысын лайыҡлы башҡара"
"Партия төп бурысын лайыҡлы башҡара"

Коронавирус менән ҡатмарлы көрәштә “Берҙәм Рәсәй” партияһы беренсе булып ярҙамға мохтаждар тураһында хәстәрлек күрә башланы. Был хаҡта партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретаре, Башҡортостан Башлығы  Радий Хәбиров  Мәскәүҙә 4 декабрҙә үтеүсе партия съезының өсөнсө этабы  башланыр алдынан билдәләне.

 “Беҙҙә ауыл советтары депутаттары булған партия ағзалары күп, һәм уларҙың барыһы ла бөгөн “баҫыуҙарҙа”: өлкәндәргә ярҙам итәләр, мохтаждарға аҙыҡ-түлек ташыйҙар, башҡа  төрлө ярҙам күрһәтәләр. Партия алып барған бөтә проекттар ҙа, һис шикһеҙ, мөһим, әммә иң мөһиме – хәл насар булғанда,  кешеләр янында булыу. Был бурысты беҙҙең партия, минеңсә, бик лайыҡлы үтәй,” – тине Радий Хәбиров. “Берҙәм Рәсәй” эшмәкәрлегенең 20 йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, партияның ил һәм кешеләр өсөн күп эштәр башҡарыуын һәм артабан да  был эште дауам итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“Был 20 йыл – етди, ниндәйҙәр мәғәнәлә хатта илдең драматик үҫеш осоро.   Тап беҙҙең партия илдең сәйәси һөлдәһен тотҡан көс булды, ижтимағи - сәйәси тотороҡлоҡто тәьмин итте. Иң мөһиме,  милли лидерыбыҙҙың, Рәсәй Президентының башланғыстарын яҡлап сыҡты. Моғайын, был төп бурыстарҙың  береһелер, һәм артабан да ул  бурыс алдыбыҙҙа торасаҡ,” – тине “Берҙәм Рәсәй” төбәк  бүлексәһе секретаре. Ул илебеҙҙең ябай булмаған юл үтеүен, был ваҡытта партияның үҙ өҫтөнә бик ҡатмарлы мәсьәләләрҙе алыуын иҫкә төшөрҙө. “Бөтәһен дә ил мәнфәғәттәрендә, кешеләр мәнфәғәттәрендә эшләнек,” – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәскәүҙә 4 декабрҙә “Берҙәм Рәсәй” съезының йомғаҡлау этабы бара. Унда партияның биш йыллыҡ эшмәкәрлеге тураһында отчет тыңланасаҡ, 2021 йылғы һайлау кампанияһына йомғаҡ яһаласаҡ, халыҡ программаһын тормошҡа ашырыу буйынса артабанғы эш планы раҫланасаҡ, шулай уҡ Уставҡа ярашлы, партияның етәкселек һәм үҙәк органдары  һайланасаҡ.

Фото:er.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: